Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, ғәҙәттә, тәңкәләр, сулпылар һәм төрлө мәрйендәр менән биҙәлә. Арт-объект рәүешендә эшләнгән ҡашмау хәҙер күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә тартып тора.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, арт-объекттың ҙурлығы – 6-ға 3 метр. Был конструкция 45 метр ҡыҙыл туҡыманан тегелгән тышлыҡ менән ҡапланған. Сәйлән урынына 2500 шар файҙаланылған. Авторҙар әйтеүенсә, ҙур тәңкәләр һәм сулпылар эшләү өсөн махсус технология ҡулланылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме бик күп көмөш биҙәүестәрҙән һәм ынйы-мәрйендәрҙән тора. Баш кейемдәре сағыу биҙәлеше менән айырыла. Өҫтәүенә, ҡашмау туй йолаһының төп атрибуты һанала. Уны никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе булған, байрамдарға кейгәндәр.