Юнай ауылында йәшәүсе Б., ҡыҙмаса булып алғас, үҙен бәхетһеҙ тоя. Хәлдәре лә шәптән булмай шул уның: ата-әсәһе туҡтауһыҙ эскәндән тамам йөҙәгән ике балаһы үҙ теләктәре менән приютҡа киткән, ә ҡатыны ике бәләкәй балаһы менән икенсе ауылдағы туғандарында. Үҙен йәлләтергә теләпме ул, әллә иғтибар йәлеп итеү өсөнмө – сығып һарайына ут төртә. Һөҙөмтәлә – һарай урынында ҡурҡыныс янғын ҡалдыҡтары...
Участка уполноменныйы Ф. Ҡарағолов әйтеүенсә, ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр менән полиция хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Яндырыусы – хужа үҙе булғас, енәйәт эше ҡуҙғатылмаған.
Икенсе оҡшаш осраҡ район үҙәгендә теркәлә. Иҫереп алған Н. урамға балаһы менән йөрөп килергә сығып киткән ҡатынын ҡыҙғанып, уға: “Хәҙер үк ҡайтмаһаң, өйгә ут төртәм!” – тип янап шылтырата.
Ҡатын ҡурҡып шунда уҡ полицияның дежур часына хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре барғанда өйҙөң соланында ултырған сүп-сар моҡсайы төтәй башлаған була – ғаилә башлығы шунда ут төрткән икән...
Яна башлаған утты һүндергәс, полиция ирҙе бүлеккә алып барып, административ протокол төҙөй. Участка уполномоченныйы В. Мозафаров әйтеүенсә, тиҙҙән Н.-ның был ҡылығы район хакимиәтенең административ комиссияһы ҡараласаҡ.