Муниципаль район хакимиәте социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, район территорияһында 2024 йылда хужаһыҙ хайуандарҙы аулау һәм аҫрау буйынса саралар үткәреү маҡсатында «Премьер – Сервис» ЯСЙ-һы менән контракт төҙөлгән.
Берәҙәк хайуандарҙы күргән осраҡта йәшәү урыны буйынса урындағы үҙидара органына мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда «Премьер – Сервис» ЯСЙ-һына заявка йүнәлтеләсәк. Өҫтәлмә рәүештә заявкаларҙы +7-962-533-18-00 телефоны аша диспетчер хеҙмәтенә йәки premjer02@yandex.ru электронную почтаһына ебәрергә мөмкин, унда хайуандар булған урынды күрһәтергә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы бюджетынан муниципаль райондарға хужаһыҙ хайуандар мәсьәләһен хәл итеү сараларын ойоштороу эшмәкәрлеген финанслауға субвенциялар бирелә, 2024 йылға бүленгән сумма 410 мең һум тәшкил итә.