«Әзербайжан халыҡтарының Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортона Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов төшөрөлгән үҙенсәлекле келәм бүләк итте. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Милли-мәҙәни үҙәк матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, келәмде үҙ ваҡытында Мортаза Ғөбәйҙулла улының дуҫы, Башҡортостан Республикаһы Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының Азербайжандағы вәкиле Азиз Аскеров бүләк итергә теләгән. Үкенескә күрә, был ниәткә бойомға ашырға яҙмаған. Азиз Тофик улының ғаиләһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан һәм ошо дуҫлыҡ хөрмәтенә келәмде Башҡортостанға Халыҡтар дуҫлығы йорто аша тапшырырға ҡарар иткән.
“Ейәнсура таңдары” хәбәр иткәнсә, 7 февралдә республика парламенты ҡаршыһында Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла.