+24 °С
Ямғыр
Бөгөн, 6 февралдә, киске сәғәт 9-ҙан Ира – Магнитогрск автоюлында 101-се саҡрымдан 241-се саҡрымға тиклем (Йылайыр, Баймаҡ райондары) бөтә төр автотранспорт өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Сәбәбе: имен булмаған һауа шарттары. Сикләү яҡынса 7 февралдең 10.00 сәғәтенә тиклем дауам итә. Был хаҡта Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы хәбәр итте.