Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялары йоҡтороусыларҙың һәр икенсеһе 14 йәшкә тиклемге балалар. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығында хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала киҫкен респиратор инфекция һәм грипп менән ауырыуҙың 29,2 мең осрағы теркәлгән. Сир йоҡтороу кимәле һуңғы аҙнала 8,6 %-ҡа кәмегән. Белгестәр билдәләүенсә, барлыҡ респиратор вирустар циркуляцияһында төп өлөштө грипп А тәшкил итә.
Көндәр йылы торғанлыҡтан сир йоҡтороу хәүефе арта. Шуға күрә ҡулдарҙы йышыраҡ йыуыу, бүлмәләрҙе елләтеү, эш урындарын, гаджеттарҙы дезинфекциялау, сирләгән кешеләр менән контактҡа инмәү кеүек профилактика саралары тураһында онотмаҫҡа кәрәк.