Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн мобилизацияланған һәм 2023 йылдың 11 ноябренән оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандарға 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнеүсе түләм билдәләнде, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Республика Башлығының указына ярашлы үҙгәрештәр индерелгән. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Указ 2024 йылдың 19 февраленән көсөнә инде.
Фото: Эдуард Кускарбеков/”Башинформ”.