Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
26 Февраль , 17:13

500 мең һумлыҡ гранттар кемдәргә бирелә?

.

500  мең һумлыҡ гранттар кемдәргә бирелә?
500 мең һумлыҡ гранттар кемдәргә бирелә?

2 һәм 3 мартта Өфөлә өсөнсө SMART-баҡсасы форумында коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре араһындағы конкурс еңеүселәре иғлан ителә. Уларға төҙөкләндереү өсөн 500-шәр мең һумлыҡ грант бирелә.

«Ике йыл эсендә баҡсасыларға ныҡ ярҙам иттек. Бының өсөн республика бюджетынан 360 миллион һум аҡса бүленде. Ошо аҡсаға 223 баҡсасылыҡ ширҡәтенең инфраструктураһы яҡшыртылды, 140 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә инә торған юлдар ремонтланды, 16-һында электр энергияһын иҫәпләү приборҙары ҡуйылды. Ә 44-ндә эске инфраструктура объекттарын ремонтлауға сығымдарҙы ҡапланыҡ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренең байтаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙе еңеләйтеү өсөн дәүләт мәғлүмәт системаһын ғәмәлгә индерә, тип билдәләне ул.

«Тиҫтәләгән йылдар буйы йыйылған мәсьәләләрҙе бер көндә генә хәл итеп булмай. Хәҙер системалы рәүештә ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ», - тип билдәләне республика етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: