+4 °С
Болотло
Башҡортостанда 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә. Был хаҡта республиканың федераль почта элемтәһе идаралығынан хәбәр иттеләр, тип яҙа "Башинформ".
«8 март — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял. 7 мартта почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. — 8 мартта почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Улар пенсияларҙы һәм пособиеларҙы Рәсәй Социаль фондының төбәк бүлексәһе менән килешелгән график буйынса килтерә».
9 марттан бүлексәләр ғәҙәттәгесә эшләй.