Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Апрель , 12:35

Диверсиялар тураһында хәбәрҙәр дөрөҫмө?

Республикала биологик диверсиялар тураһында хәбәрҙәр тарала башланы

Диверсиялар тураһында хәбәрҙәр дөрөҫмө?
Диверсиялар тураһында хәбәрҙәр дөрөҫмө?

Башҡортостанда биологик диверсиялар тураһында ялған мәғлүмәттәр тарала. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, мессенджерҙарҙа һыу үткәргес һыу аша холера йоҡтороу ихтималлығы  тураһында хәбәрҙәр килә, тип яҙа “Башинформ”.

«Ялған хәбәргә Рәсәйҙең баш санитар табибының холераны иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында ҡарары сәбәпсе. Үтә иғтибарлылар документтың ғәмәлдә түгеллеген билдәләй алды. Бындай имеш-мимештәр тәүге тапҡыр ғына таралмай. Республика халҡын ышаныслы сығанаҡтарҙағы мәғлүмәткә генә ышанырға саҡырабыҙ», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: