Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Апрель , 18:35

Башҡортостан халҡын имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәрттеләр

...

Башҡортостан халҡын имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәрттеләр
Башҡортостан халҡын имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәрттеләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, иртәгә, 11 апрелдә, төбәктә урыны менән ямғыр яуа, һауа температураһы төндә –2...+3, көндөҙ +11...+16 градус тәшкил итә. Төндә һәм иртәнсәк автомобиль юлдарында айырым участкаларҙа томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 м һәм унан әҙерәк.

Республика буйынса ҡар әүҙем иреүе көтөлә, бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу ҡапыл күтәреләүе мөмкин. Тораҡ пункттарҙа түбән участкаларҙы һыу баҫыуы ихтимал.

Фото: госкомитет РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: