Башҡортостанда уҙған тәүлектә Система-112 саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә биләмәләрҙе ҡар һыуҙарынан һәм йылғаларҙан һыу баҫыу тураһында хәбәр килмәгән. Шууҡ ваҡытта республикала ете автомобиль юлы участкаһын һәм 293 баҡса участкаһын һыу баҫҡан. Тәүлек эсендә иң юғары күрһәткес Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалаларында Ағиҙел йылғаһында билдәләнә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов тип хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Салауатта йылғала һыу 12 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәл 240 сантиметр тәшкил итә, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 453 сантиметр.
Ишембайҙа һыу кимәле тәүлегенә шулай уҡ 12 сантиметрға артҡан, ағымдағы кимәле – 127 сантиметр, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 415 сантиметр.
Мәләүездә һыу кимәле динамикаһы тәүлек эсендә +9 см, ағымдағы кимәле 240 см тәшкил итә, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 879 см.
Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлегенә 39 сантиметрға кәмегән, ағымдағы кимәле – 348 сантиметр, насар кимәл – 730 сантиметр.
Кирилл Первов Баймаҡ, Шишмә райондарында һәм Башҡортостандың баш ҡалаһында ете хәлдең контролдә ҡалыуын билдәләне.