РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Рәсәй төбәктәрендә йән башына алкоголь ҡулланыуҙы иҫәпләп сығарҙы. Рәсми мәғлүмәттәр Берҙәм ведомство-ара мәғлүмәт-статистика системаһы сайтында баҫылған.
Башҡортостанда 2024 йылдың апреленә ҡарата торош буйынса халыҡтың йән башына 8,64 литр саф, 100 процентлы спирт ҡулланылған. Был эселгән спиртлы эсемлектең республикала йәшәгән һәр кешегә уртаса күрһәткесе.
Башҡортостанда йәшәүселәр Рәсәй буйынса уртасаға ҡарағанда йышыраҡ эсә. Уртаса рәсәйле 8,47 литр спирт ҡулланған.
Быйыл ил төбәктәре араһында иң юғары алкоголь ҡулланыу Еврей автономиялы өлкәһендә теркәлгән – һәр кешегә 16,71 литр спиртлы эсемлек тура килә. Артабан Ненец автономиялы округы (16,18 литр) һәм Киров өлкәһе (12,69 литр) килә.
Чечняла (0,13 литр), Ингушетияла (0,6 литр) һәм Дағстанда (0,91 литр) иң аҙ эсәләр, тип яҙҙы UfaTime.ru.