Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республикала һауа температураһы –2 градусҡа тиклем түбәнәйәсәге тураһында хәбәр итте.
21 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 0...+5 градус, урыны менән –2 градусҡа тиклем һыуыта, ҡырау төшә, көндөҙ +18...+23 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм томан төшә күреү мөмкинлеге – 500-1000 м.