Яңылыҡ
25 Май 2024, 14:35

Яҡташыбыҙ республика әҙәби конкурсы призеры булды

Бөгөн «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә йәш яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың “Ҡәләм һынау” республика әҙәби конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Яҡташыбыҙ республика әҙәби конкурсы призеры булдыЯҡташыбыҙ республика әҙәби конкурсы призеры булды
Яҡташыбыҙ республика әҙәби конкурсы призеры булды

Республика милли китапханаһы хәбәр итеүенсә, Салауат районынан Нурислам Низаметдинов (башҡорт телендә), Өфөнән Рамаҙан Мусин (рус телендә), Шишмә районынан Лилиә Сәлихова (башҡорт телендә), Саҡмағош районынан Римма Ғәйнанова (рус телендә) иң яҡшы шағирҙар тип танылды.

Бынан тыш, 2-се һәм 3-сө урын яулаусылар билдәләнде: шиғриәттә - Өфөнән Айзилә Мортаева һәм Ейәнсура районынан Гөлфиә Ишмөхәмәтова (башҡорт телендә), Стәрлетамаҡтан Андрей Ефремов һәм Өфөнән Валерия Морозова (рус телендә), прозала - Күгәрсен районынан Зилә Псәнчина һәм Хәйбулла районынан Гөлназ Назарова (башҡортса), Өфөнән Рөстәм Хәйруллин һәм Ғәлиә Ғәлиева (рус телендә).

Фото:  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас