Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде, исеме ҡануни яҡтан көйләнде, тип белдерҙе ведомство начальнигы Михаил Черников. Бөтә норматив-хоҡуҡи документтар яңы исемен иҫәпкә алып үткәрелә, тип белдерҙе ул.
«Хәҙер беҙ Дәүләт автоинспекцияһы булдыҡ, ЮХХДИ-ны бөтөрәбеҙ, ҡануни яҡтан көйләнек. Милиция булырмы, белмәйем, Дәүләт автоинспекцияһы бар», – тип Черниковтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
ДАИ (ГАИ) булараҡ билдәле Дәүләт автомобиль инспекцияһы 1936 йылда булдырылған. 1998 йылда ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тип үҙгәртелә.
Фото: Ксения Калинина / "Башинформ".