-1 °С
Болотло
Күрше Ырымбур өлкәһендә әүҙем туризмды үҫтереү маҡсатында “Далалы Уралдың ете түбәһе” исемле туристик маршрут булдырылған. Ул беҙҙең районы аша ла үтәсәк. Андреевка ауылы янындағы Часовная тауынан башланып, Ҡараморонтау һырты буйлап барасаҡ маршрут Ейәнсура территорияһында урынлашҡан Малиновая һәм Ғәлийән (Альян) тауҙары аша үтә. Артабан туристар Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәненән Ҡаратау башына һәм һуңынан тарлауыҡтан Килкәнгә үрләйәсәк. Турист маршруты иң көньяҡ нөктәһендә – Дөйәташ тауында тамамлаясаҡ. Был еңел булмаған юлды үтеүселәр “Дала бүреһе” исеменә лайыҡ була, ти ойоштороусылар.