-1 °С
Болотло
Башҡортостанда шәхси йорт ихатаһында айыу балалары йөрөгән. Белорет районының Уҫманғәле ауылында хужа тайыштабандарҙы видеоға төшөрөп өлгөргән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Видеояҙма авторы юғалып ҡалмаған, айыу кеүек үкереп, йыртҡыс йәнлектәрҙе ҡурҡытҡан. Улар бындайҙы көтмәгән, күрәһең, шунда уҡ ҡасыу яғын ҡараған.