Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
6 Сентябрь , 11:28

Геологтар – Ғафури ерендә

.

Геологтар – Ғафури ерендә
Геологтар – Ғафури ерендә

Ҡунаҡтарҙы Ташлы ауылы эргәһендәге һоҡланғыс ерҙә асыҡ йөҙ менән хөрмәтләп ҡаршы алғас, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов барыһына ла изге теләктәрен еткереп, үҙ фатихаһын бирҙе. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Мансур улы Фазылов та сығыш яһап, был чемпионаттың мөһимлеген һәм был ерҙәрҙең яңы асыштар, һөнәри үҫеш өсөн уңайлы булыуын әйтеп үтте. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов барыһын да ихлас тәбрикләп, һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан геология, туризм үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Рәмил Рафил улы был сарала ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып килгән ине.  Чемпионаттың баш судьяһы Сергей Григорьевич Ковалев төп шарттар менән таныштырҙы. Артабан командалар төрлө йүнәлештәр буйынса майҙансыҡтарға бүленде.

Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм  Ер аҫты байлығын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселеге башланғысы менән үткәрелә. Чемпионатта Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙән, шулай уҡ ун сит илдән: Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Грузия, Гана, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан университеттары студенттары ҡатнаша. Башҡортостанға Воронеж, Красный Луч, Владивосток, Грозный, Ҡазан, Октябрьский, Мәскәү, Новосибирск, Һамар, Санкт-Петербург, Ставрополь, Төмән, Өфө, Яҡутстандан командалар килгән. Бөтәһе 250-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән. Чемпионат барышында уҡыусылар 11 төп этапта көс һынашасаҡ. Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләгән эксперттар баһалай. Чемпионат йәштәрҙең шәхси һәм һөнәри аралашыуы өсөн дә яҡшы майҙансыҡ булып тора.

Геологтар менән аралашҡанда улар Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларына, гүзәл тәбиғәтенә, ер өҫтөндә күренеп ятҡан байлыҡтарына таң ҡалыуҙарын йәшермәне. Эйе, районыбыҙҙың сылтырап ағып ятҡан Усолка йылғаһы, күккә олғашҡан тауҙары, таш ҡатламдары ла уларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итмәй ҡалманы. Ҡытай студенты Ху Шин: “Мин геолог булырға ҡарар иттем, был фән ерҙәрҙә яңы асыштар таба, эҙләнә. Шул уҡ ваҡытта геология буйынса үҙемдең белемемде киңәйтергә теләйем, шуға был ерҙәргә килдем. Һеҙҙә ныҡ оҡшай”, - тип, тәржемәсе ярҙамында үҙ тәьҫораттары менән дә бүлеште.

 

Автор:
Читайте нас: