Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
17 Сентябрь , 17:35

Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы уҙа

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәрҙең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында Белоруссия, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан һәм Тажикстан вәкилдәре ҡатнаша.

Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы уҙа
Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы уҙа

БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фондының башҡарма директоры Анатолий Иҡсанов һүҙҙәренсә, быға тиклем форум берләшмә илдәренең баш ҡалаларында үткәрелеп килгән һәм Мәскәүҙә өс тапҡыр уҙғарылған. Быйыл иһә ул тәүге тапҡыр төбәк үҙәгендә – Өфөлә уҙа. Форумды БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

– Беҙҙе мәҙәни һәм рухи оҡшашлыҡтар күп, улар беҙҙе берләштерә. Форум беҙгә тиклем килеп еткән уртаҡ мәҙәниәтте үҫтереүгә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында.   

Форумдың төп темаһы – "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: мәҙәниәттәрҙең дөйөм ҡиммәттәре һәм төрлөлөгө". Унда БДБ илдәренең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Фән, мәғариф һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса фекер алышасаҡ. Форум барышында БДБ илдәренең гуманитар берләшмәләре етәкселәренең осрашыуы, кинематографистарҙың, юғары уҡыу йорттары етәкселәренең, инклюзив проекттарҙы ойоштороу буйынса белгестәрҙең түңәрәк өҫтәлдәре үтә. Осрашыуарҙың береһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылауға арнала.

Форумдың иң тулҡынландырғыс мәле –  БДБ илдәренең төп дәүләт-ара премияһы лауреаттарын бүләкләү.

Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн Йәштәр симфоник оркестры концерт бирә, уның составы йыл һайын яңыртыла. 2007 йылда тәүге тапҡыр йыйылған коллективҡа Берләшмә илдәренән йәш музыканттары, абруйлы конкурстар еңеүселәре инә

Интеллигенция вәкилдәренең форумы 2006 йылдан алып үткәрелә.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: