Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә БР тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Чиновник РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ведомство версияһы буйынса, Алан Марзаев юлдар төҙөүгә дәүләт контракттарын төҙөүҙә булышлыҡ иткән һәм ҡурсалаған өсөн юл-төҙөлөш компанияһы етәкселәренән 37 миллион һум күләмендә аҡса алған.
"Башҡортостандың транспорт министры вазифаһын биләгән Александр Клебанов ришүәт биреүҙә аралашсы булған. Енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә», — тип аңлатма бирҙеләр РФ тәфтиш комитетында.
Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.