Киңәйтелгән ултырышта депутаттарҙан тыш, төрлө ойошма-учреждениелар етәкселәре, биләмәләр башлыҡтары, ветерандар ҡатнашты. Көн тәртибендә ҡаралған ике һорауҙың береһе - Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте башлығын һайлау булды.
Әйткәндәй, район башлығына конкурс комиссияһы бөгөн эшләп, ике депутаттың кандидатураһын ҡараған. Конкурс комиссияһы ағзалары Юланов Дәмин Марат улы өсөн - дүрт, Салауатов Азамат Таңғатар улы өсөн өс тауыш биргән. Был хаҡта конкурс комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов үҙенең сығышында әйтеп үтте һәм депутаттарға тауыш биреүгә ҡуйҙы.
Район Советы депутаттары бер тауыштан Дәмин Марат улына ышаныс белдерҙе. Ейәнсура районы муниципаль районы башлығы итеп ул һайланды. Дәмин Марат улы ышаныстары өсөн депутаттарға рәхмәт белдерҙе һәм киләһе дүрт йылда ла район мәнфәғәтендә тырышып эшләргә һүҙ бирҙе.