2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ һәм бер йылға тиклем Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөгән мобилизацияланған, хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса (хәрби училище курсанттарынан тыш) һәм башҡа граждандар. Кредиттар буйынса түләнмәгән бурыстарҙы түләмәүгә шулай уҡ ошо категория граждандарының ҡатындары дәғүә итә ала.
Әгәр 2024 йылдың 1 декабренә тиклем бурысты түләтеү тураһында суд акты көсөнә инһә йәки башҡарма производство ҡуҙғатылһа, ваҡыты үткән кредиттар буйынса бурыстар иҫәптән сығарыла. 10 миллион һумға тиклемге бурысты түләмәй ҡалдырырға мөмкин.
Әгәр бурыс граждандарҙың ғүмеренә йәки һаулығына зыянды ҡаплауға (шул иҫәптән ҡараусының үлеме менән), коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарына, алименттарға ҡағылһа, уларҙы иҫәптән сығарыуға иҫәп тоторға ярамай.
Мобилизацияланған һәм үҙара килешеүҙә ҡатнашҡан контрактсылар өсөн кредит каникулдарының оҙайлығы (заемсы займдар буйынса түләүҙәрҙән азат ителгән осор) 30 көндән 180 көнгә тиклем арта. Ашығығыҙ: хәрби хеҙмәткәр 2024 йылдың аҙағына тиклем кредит каникулдары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.