Яңылыҡ
18 Декабря 2024, 05:36

Эшкә барып етә алмаған...

Кисә Иҫәнғолда ғәҙәттән тыш хәл булды. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Иртәнсәк уҡырға, эшкә барыусыларҙың иғтибарын Хәйбуллин урамындағы тротуарҙа ятҡан ир мәйете, уның янында йыйылған полиция хеҙмәткәрҙәре, халыҡ йәлеп итте.

Лесхозда йәшәүсе 58 йәшлек ир эшкә китеп барғанда, ҡапыл хәле насарайып ҡолай һәм шунда уҡ йән бирә. Һуңынан асыҡланыуынса, үлем сәбәбе - тромб өҙөлөү. Әлеге ваҡытта осраҡ менән Ейәнсура районы тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Ир "Доброцен" магазинында йөк ташыусы булып эшләгән.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор: Айна Имангулова