Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
30 Декабрь 2024, 18:07

Байрам гөрләп үтте

Бөгөн район үҙәгенең "Дуҫлыҡ" паркында "Ҡарлы карусель" Яңы йыл интерактивы үтте.

Байрам гөрләп үтте
Байрам гөрләп үтте

Театрлаштырылған программа менән бер рәттән сарала тюбинг һәм саналар парады булды. Ҡатнашыусылар бик күп булманы, әммә уларҙың һәр береһенең фантазия егеп эшләгән эштәренә ҡарап һоҡланырлыҡ ине. Парадтың еңеүсеһе тип Иҫәнғолдан дүрт йәшлек Аделия Абдуллина танылды. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Шулай уҡ кескәйҙәр шыршы тирәләй йырлап күңел асты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: