+1 °С
Ҡар
Йылдың беренсе көнөндә "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексы янындағы катокта каникулдағы балалар өсөн район спорт комитеты һәм йәштәр бүлеге тарафынан әҙерләнгән "Ҡыҙыу боҙ" исемле сара үтте. Әлбиттә, унда байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа булды. Балалар күмәкләп етәкләшеп тимераяктарҙа шыуҙы, йылғыр Ҡыш бабайҙы ла баҫтырҙы, бер-береһе менән узышып та ярышты. Яңы йыл тураһында шиғырҙар һөйләп, Ҡыш бабай биргән тәмлекәстәр менән дә һыйланды.