Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
13 Ғинуар , 12:05

Путин менән Трамптың осрашыуына әҙерлек бара

Трамптың командаһында уның Путин менән осрашыуына әҙерлек тураһында хәбәр иттеләр

Владимир Путин һәм Дональд Трамп 2019 йылда. Фото: kremlin.ru
Владимир Путин һәм Дональд Трамп 2019 йылда. Фото: kremlin.ru

АҠШ-тың һайланған президенты Дональд Трамп командаһы уның Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыуына әҙерлек өҫтөндә эшләй. Был хаҡта «ABC News»ҡа биргән интервьюһында Трамптың милли именлек буйынса кәңәшсеһе Майк Уолц хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта ул осрашыуҙың ваҡытын һәм форматын аныҡлап әйтмәне.

Һайланған президент кәңәшсеһе яҡын көндәрҙә йәки аҙналарҙа Дональд Трамп менән Владимир Путиндың телефон аша һөйләшеүҙәре көтөлә, тип өҫтәне. Уолц әфәнде әйтеүенсә, АҠШ-тың һайланған президенты Украина буйынса килешеү Рәсәй менән диалогһыҙ мөмкин түгел тип иҫәпләй. Бының өҫтөндә Трамп әфәнде алдағы айҙарҙа эшләйәсәк.

Декабрҙә Владимир Путин, Рәсәй алдан шарттар ҡуймайынса, әммә Истанбул килешеүҙәре һәм ерҙәге ысынбарлыҡ нигеҙендә Украина буйынса диалогҡа әҙер, тип белдерҙе. 10 ғинуарҙа Дональд Трамп, Рәсәй президентының уның менән осрашырға теләк белдерҙе һәм яҡтар сараға әҙерләнә башланы, тип белдергәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: