Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
2 Февраль , 11:25

Тәбиғәт аномалияһы

Башҡортостанда бер тәүлектә йылғаның нисек үҙгәреүе күрһәтелде

Тәбиғәт аномалияһы
Тәбиғәт аномалияһы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Кирилл Первов үҙенең телеграм-каналында Чесноковка янында Ағиҙел йылғаһындағы үҙгәрештәрҙе тәүлек эсендә сағылдырған фотоһүрәттәрен баҫтырып сығарҙы.

"Һауа температураһы нулдән юғары күтәрелгән йылы көндәр һыу ятҡылыҡтарында яҙғы процестарҙың башланыуына сәбәпсе булды.  Элек йылғаларҙы һәм күлдәрҙе ҡаплаған боҙ әүҙем ирей башлай. Был боҙҙа ваҡытын балыҡ тотоу менән шөғөлләнеп үткәрергә ғәҙәтләнгәндәр өсөн хәүефле шарттар тыуҙыра», — тип билдәләне Кирилл Первов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: