Яңылыҡ
7 Февраль 2025, 16:12

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге тураһында

7 февралдә Беларусь Республикаһына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика делегацияһының Минскиҙағы эше һәм белорус партнёрҙары менән яңы берлектәге проекттар хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге сиктәрендәге яңы проекРадий Хәбиров Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге сиктәрендәге яңы проек
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге сиктәрендәге яңы проек

Интервьюның стенограммаһы:

ХӘБ.: Радий Фәрит улы, бөгөн Белоруссия Президенты һәм Премьер-министры менән мөһим осрашыуҙар үтте. Уларҙың төп һөҙөмтәләре ниндәй?

Радий ХӘБИРОВ: Башҡорт-белорус мөнәсәбәттәренең һуңғы бер нисә йылына күҙ һалһаҡ, беҙ мөмкинлектәрҙе өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған, эште ойоштороу өсөн кәрәкле институттар һәм структуралар булдырған башланғыс этапты үттек, тип әйтергә була. Һәм хәҙер тәрәнерәк кооперация һәм бер-беребеҙгә ҡаршы бик йылдам хәрәкәт траекторияһына сыҡтыҡ.

Осрашыуҙарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһының төп положениеларын тикшерҙек. Нимәлер тураһында килешһәк, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Белоруссияның еңел сәнәғәт тауарҙары өсөн республика баҙарын асыу йүнәлешендә эшләйбеҙ. Шуға күрә был эште интенсив алып барасаҡбыҙ, тип килештек.

Кооперация өлөшөндә ҙур предприятиеларыбыҙ буйынса эштәрҙең нисек барыуын ҡараныҡ. Мәҫәлән, МАЗ һәм Өфө троллейбус-трамвай заводының троллейбустар сығарыу буйынса берлектәге проекты. Бында, нигеҙҙә, барыһы ла яҡшы.

Туризм өлкәһенә ентекләп туҡталдыҡ. Беҙ өлкән йәштәге республика халҡы өсөн «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына сәйәхәт итеү мөмкинлеген булдырҙыҡ. Хәҙер Белоруссия Хөкүмәтенә үҙ ветерандары өсөн дә шундай уҡ программа ойошторорға тәҡдим итәбеҙ. Туристар килеүе үҙ артынан иҡтисадты ла әйҙәй, йәғни уларҙың йәшәүе, туҡланыуы, сувенирҙар һ.б. Шуға күрә белорус яғы ла был йәһәттән үҙ мөмкинлектәрен өйрәнәсәк.

Быйыл «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы бюджеты уға 1,5 мең самаһы кешене йәлеп итеү мөмкинлеген бирә, тип раҫлайбыҙ. Был, әйткәндәй, Өфөнән Минскиға тура авиарейстарҙы пассажирҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә. 2025 йылдың мартынан был маршрут буйынса самолеттар аҙнаһына ике тапҡыр оса башлай, йәғни туристар өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.

Бынан тыш, спорт өлкәһендәге проекттар ентекле тикшерелде. Яңы Көрәш һарайы майҙансығында көрәштең ҡайһы бер төрҙәре буйынса ҙур үҫмерҙәр турниры ойошторорға килештек.

Дөйөм алғанда, һәр һорауҙы аҙағына тиклем еткерергә тырышабыҙ, йәки, әгәр ҙә ул «эшләмәй икән», көн тәртибенән алабыҙ. Ундай хәлдәр ҙә була.

ХӘБ.: Һуңғы йылдарҙа беҙ «АМКОДОР» холдингы, Минск автомобиль заводы, Гомель «Коминтерн» фабрикаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Ә бөгөн Александр Григорьевич Лукашенко ла, Роман Александрович Головченко ла Башҡортостан менән үҙ-ара эш итергә теләгән яңы предприятиелар хаҡында һүҙ алып барҙы. Бында ниндәй перспективаларҙы билдәләргә мөмкин?

Радий ХӘБИРОВ: Һис шикһеҙ, беҙ Белоруссия сәнәғәтенең теге йәки был тармағындағы юғары компетенцияларҙы билдәләйбеҙ. Атап әйткәндә, машиналар эшләүҙә. Әммә бөгөн беҙ ил иҡтисады өсөн еңел булмаған осор кисерәбеҙ. Шуға күрә мин Беларусь Республикаһы Премьер-министрына, бюджет мөмкинлектәре сикләнгәнлектән, әлегә уларҙан аграр, коммуналь, төҙөлөш тармаҡтары өсөн техника һатып алырға планлаштырмайбыҙ, тип белдерҙем. Һәм беҙгә шунда уҡ төҙөлөш, коммуналь һәм ауыл хужалығы тармаҡтары өсөн белорус техникаһын һатып алыу буйынса отошло финанс инструменттары тәҡдим иттеләр. Сәфәрҙән һуң коллегаларыма яңы тәҡдимде анализларға ҡушам. Тормош туҡтап ҡалмай. Уңышты йыйып алырға, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙартырға кәрәк. Шуға күрә әгәр ҙә беҙгә яҡшы финанс продукттары тәҡдим итәләр икән, ризалашасаҡбыҙ.

Дөйөм алғанда, көн һайын яңы проекттар, яңы идеялар барлыҡҡа килә. Сөнки, әйтәйек, бер-беребеҙгә ҡулайлашыу осоронан һуң беҙҙең бизнес Белоруссияла эшләү мөмкинлегенә ышанды. Бында беҙҙекеләрҙе бюрократик проблемаларһыҙ ҡаршы алалар. Беҙҙә лә шул уҡ хәл. Был мәсьәләне лә хәл иттек.

ХӘБ.: Быйыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Был темаға бәйле ниндәйҙер килешеүҙәр, проекттар, туристик маршруттар буласаҡ?

Радий ХӘБИРОВ: Эйе, бында беҙгә Рәсәй Федерацияһының Белоруссиялағы Илсеһе Борис Вячеславович Грызлов ярҙам итә. Ул беҙгә Еңеү көнөн байрам итеүҙә ҡатнашыу өсөн Беларусь Республикаһы вәкилдәрен саҡырырға тәҡдим итте. Ә беҙ, белорус яғынан саҡырыу алған осраҡта, «Беларусь хәтерләй» сараһында ҡатнаша алабыҙ. Был беҙҙең уртаҡ Еңеү, бында беҙ берҙәм. Һәм, моғайын, ошо юбилей саралары сиктәрендә Хәрби Дан урындары буйлап мәктәп турҙары ойоштора башларбыҙ, артабан улар, бәлки, Советтар Союзы осорондағы кеүек, даими характерҙа ла булыр.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас