Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
22 Февраль , 12:35

Махсус операция бара

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһын оператив-иҫкәртеү операцияһы үткәрә

Махсус операция бара
Махсус операция бара

Башҡортостанда «Айыҡ водитель» оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә. Рейдтар 24 февралгә тиклем бара. Республиканың дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, махсус операцияның төп бурысы – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.

«Был сара барышында водителдәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн тикшереүҙәр ойошторола. Бөтә водителдәрҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки бындай сәфәрҙең эҙемтәләре бик ҡыҙғаныс булыуы ихтимал», — тип билдәләне ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов.

Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, 2024 йылда һәр дүртенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы иҫерек водителдәр ҡатнашлығында була. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: