ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
27 Февраль , 10:47

Эт хужаһы ҙур күләмдә штраф түләйәсәк

 Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙға йорт эте һөжүм итә.

Эт хужаһы ҙур күләмдә штраф түләйәсәк
Эт хужаһы ҙур күләмдә штраф түләйәсәк

Был хәл Октябрский ҡалаһында була. Прокуратураның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың июлендә көндөҙ Севастополь урамында балаға эт ташлана, уның тәнен төрлө ерҙән тешләй. Хужа был осраҡты булдырмау өсөн бер ни ҙә эшләмәгән.

Прокуратура судҡа балаға килтерелгән мораль зыянды ҡаплау тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итә. Суд прокурорҙың дәлилдәрен нигеҙле тип таба һәм яуап биреүсене 150 мең һум түләргә мәжбүр итә. Бынан тыш, ул «хайуандарҙы аҫрауға талаптарҙы боҙоу» статьяһы буйынса 10 мең һум күләмендә штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

ИҪКӘРТӘБЕҘ!

«Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»  законға һәм эттәрҙе урамда йөрөтөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында республика кодексына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Йәмәғәт урындарында 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәр морондоҡта йәки бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бәйҙә булырға тейеш. Ирекле йөрөү тик махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә. Был ҡағиҙә күреү һәләте буйынса инвалидтарҙы оҙатып йөрөүсе өйрәтелгән эттәргә генә ҡағылмай.

Потенциаль хәүефле эттәр өсөн айырым тәртип ҡаралған. Бындай эттәр хужаһының кәртәләнгән территорияһында ғына иркен йөрөй ала, шулай уҡ унда инеү урынында иҫкәртеү булырға тейеш. Башҡа урындарҙа бындай эт тик морондоҡта һәм бәйҙә генә йөрөргә тейеш. Оҙатыусыға 14 йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Бер оҙатыусы бер генә потенциаль хәүефле этте йөрөтә ала.

Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының яңы положениеларында ҡаралған яуаплылыҡҡа килтерә. Яза сифатында граждандар, вазифалы һәм юридик шәхестәр өсөн дифференциаль күләмдә штрафтар ҡаралған. Санкцияның минималь күләме дүрт тапҡырға, 500 һумдан 2 мең һумға тиклем, максималь күләме ике тапҡырға, 2 меңдән 4 мең һумға тиклем арттырылған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: