Ул ауыр сирҙән, күҙалланыуынса, онкологиянан вафат булды, тип хәбәр итә “Башинформ” Ufanovosti.ru порталына һылтанма менән.
Клебановтың адвокаты Геворг Кандилян журналистарға үҙенең яҡланыусыһының үлеме тураһында хәбәр алыуын раҫлауы билдәле.
Элекке чиновник тикшереү аҫтында ине. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа шик аҫтына алынғайны. Ул республика вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡаршы күрһәтмәләр бирҙе.
Алдан тикшереү барышында Александр Клебановтың, транспорт һәм юл хужалығы министры һәм «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булараҡ, «Киви» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенән хеҙмәт буйынса дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум күләмендә ришүәт алыуы асыҡланғайны.
Фото: "Башинформ".