Яңылыҡ
6 Март 2025, 16:41

Янғын һүндереүселәр белгәндәрен нығытты

Кисә көндөҙ район үҙәге халҡын сиреналарын ҡабыҙып үткән янғын машиналары аптыратты.

"Ҡайҙа янғын сыҡты икән?" - тип аптыраны күптәр.

Баҡтиһәң, 77-се янғын бүлеге хеҙмәткәрҙәре янғын-тактик күнегеүҙәрҙе ҡабатлағандар. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында янғын һүндереүселәр белгәндәрен тағы бер ҡабатлаған, нығытҡан. Әлбиттә, уларға быларҙы тормошта һирәк ҡулланырға тура килһен ине.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас