ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
10 Март , 09:05

Быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк көтөлә

Башҡортостанда март айында һауа торошо иртә ташҡынға килтереүе ихтимал.

Быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк көтөлә
Быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк көтөлә

Был федераль метеосайттар мәғлүмәттәренән күренә. Уртаса фараздарға ярашлы, 10 марттан 16-һына тиклем республикала һауа торошо йылы булыуы көтөлә, көндөҙ һауа +4, төндә +1 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Был ҡарҙың тиҙ иреүенә, боҙҙоң ныҡлығы һәм ҡалынлығы кәмеүгә килтерә.

Билдәләп үтергә кәрәк, үткән ҡышта көндәр йыш ҡына йылы булыуы һөҙөмтәһендә ҡарҙың бер өлөшө иреп, ныҡлап туңмаған тупраҡҡа һеңде. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы бассейнында тупраҡтың уртаса туңыу тәрәнлеге 24-27 сантиметр тирәһе, был норманан 10-20 сантиметрға кәмерәк. Был ирегән һыуҙың күп өлөшө ергә һеңеүгә килтерәсәк. Йылғаларҙағы йоҡа боҙ уларҙың иртәрәк асылыуына һәм ташҡын башланыуына булышлыҡ итәсәк, быйыл уның күләме ҙур булмаҫ, тип күҙаллана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: