ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
11 Март , 12:11

Эскелек енәйәткә этәрә

Күмертауҙа бер ҡатын ирен сәнсеп үлтергән.

Күмертауҙа 45 йәшлек ҡатын ирен үлтереүҙә ғәйепләнә. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 9 мартта Күмертау район-ара суды уны 2 айға – 7 майға тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. 7 мартта эсеп алған ҡатын ире менән талашып киткән һәм уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Ир шунда уҡ йән биргән.

Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Автор:
Читайте нас: