+12 °С
Болотло
Башҡортостанда боҙҙо йомшартыу өсөн шартлау эштәре дауам итә. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Үҙәк хәрби округының инженер-сапер подразделениеһы Илеш районының Ябалаҡ ауылынан алыҫ түгел Сөн йылғаһында боҙ шартлатҡан. Эштәр планлы алып барыла. Боҙҙо шартлатыу йылғаларҙағы тығындарҙы һәм һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүен булдырмау маҡсатында үткәрелә.