Яңылыҡ
9 Апреля 2025, 09:25

Урта һөнәри белем биреүгә иғтибар арта

Ейәнсурала урта профессиональ белем биреүгә 85 йыл тулыу айҡанлы “Урта профессиональ белем – ил ғорурлығы!” акцияһына ҡушылдылар.  

Урта һөнәри белем биреүгә иғтибар артаУрта һөнәри белем биреүгә иғтибар арта
Урта һөнәри белем биреүгә иғтибар арта

Бөгөн Ейәнсура агросәнәғәт колледжында Рәсәй Мәғариф министрлығы башлап ебәргән урта профессиональ белем биреүгә 85 йыл тулыу айҡанлы “Урта профессиональ белем – ил ғорурлығы!” акцияһы сиктәрендә төрлө саралар үтте. Колледждың базаһында ауыл хужалығы техникаһын эксплуатациялау  һәм иретеп йәбештереү буйынса һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурс үткәрелһә, белем биреү корпусында ашнаҡсылар көс һынашты.  Ауыл хужалығы техникаһын эксплуатациялау буйынса Иван Кисилев беренсе урындыяуланы. Иретеп йәбештереүселәрҙән Илгизәр Ҡалҡаманов менән Айлина Ҡыуандыҡова еңеүсе булды. Ашнаҡсы ҡыҙҙар ҙа һынатманы. Ашнаҡсыларҙан Анастасия Ҡырғыҙова  үҙен һөнәр оҫтаһы итеп күрһәтә алды.

Артабан сара түңәрәк өҫтәл формаһында  үтте.  Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Илгиз Хөснөтдинов, мәшғүллек үҙәге  етәксеһе Илгизәр Ҡолмөхәмәтов, РайПО директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Янбаева, шәхси эшҡыуар Евгений Сорокин, “Яңы Петровка” крәҫтиән-фермер хужалығы управляющийы Евгений Кириков, колледж уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас