12 апрелдә Белорет районының Тирлән ауылынан Учалы районының Миндәк ауылы яғына автомобиль менән юлланып, бәйләнешкә сыҡмаған ике ирҙе эҙләү тамамланды.
Борсолған туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, һәм эҙләүгә шунда уҡ полиция менән берлектә Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡушыла.
Асыҡланыуынса, сәйәхәт ваҡытында уларҙың автомобиле бата һәм хәрәкәтен дауам итә алмай. Хәлде кәрәҙле элемтә сигналының булмауы ҡатмарлаштыра, шуға күрә сәйәхәтселәр үҙҙәренең ҡайҙалығын хәбәр итә һәм ярҙамға саҡыра алмай. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусыларҙың оператив эшмәкәрлеге арҡаһында ир-егеттәр ваҡытында һау килеш табыла.