Яңылыҡ
25 Апреля 2025, 06:05

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаға Башҡорт ҡоролтайының наградаһы тапшырылды

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булдыЯҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли әҙәбиәт үҫешенә тос өлөш индергән популяр яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Гөлсирә Ғиззәтуллинаны «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне.

23 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса «Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы булды. Гөлсирә Мирза ҡыҙы ул премьераны ҡарау өсөн махсус рәүештә Өфөгә барҙы. Башҡорт ҡоролтайының юғары наградаһын яҙыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, профессор, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы.

Гөлсирә Ғиззәтуллина – Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабы еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара тулы дипломанты.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас