Яңылыҡ
16 Мая 2025, 11:35

Истанбулда Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре башланды

Өс йыл эсендә Рәсәй һәм Украинаның тәүге тура һөйләшеүҙәре Истанбулда үткәрелә

Истанбулда Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре башландыИстанбулда Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре башланды
Истанбулда Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре башланды

Төркиә Истанбулда ике ил делегацияһын сәләмләүгә шат, тип белдерҙе Төркиәнең сит ил эштәре министры Хакан Фидан.

"Беҙ Истанбулда Рәсәй делегацияһын сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Истанбулда ике яҡты ла ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ,” – тине ул, һөйләшеүҙәр башланыр алдынан сығыш яһап.

Өс йыл эсендә Рәсәй һәм Украинаның тәүге тура һөйләшеүҙәре Рәсәй президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса Истанбулда үткәрелә. Һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй делегацияһын президент ярҙамсыһы Владимир Мединский етәкләй. Уға шулай уҡ РФ Сит ил эштәре министрлығы башлығы урынбаҫары Михаил Галузин, РФ Ҡораллы Көстәре Генштабының баш разведка идаралығы начальнигы Игорь Костюков, оборона министры урынбаҫары Александр Фомин инә.

Рәсәй Федерацияһы менән Украина араһында һөйләшеүҙәр кисә көтөлә ине. Рәсәй делегацияһы Истанбулға килде, әммә кесаҙна ике ил вәкилдәре араһында бәйләнеш булманы. Владимир Мединский, йома иртәһенән Рәсәй делегацияһы осрашыуға килергә тейешле украин яғын көтәсәк, тип белдергәйне. Ул Рәсәйҙең эшкә әҙер булыуын билдәләне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас