Яңылыҡ
28 Мая 2025, 06:32

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы 12 млн һумға алдаған

Башҡортостанда 13 миллион һумға яҡын суммаға мутлашыуҙа ғәйепләнгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы 12 млн һумға алдағанХоҡуҡ һаҡлаусыларҙы 12 млн һумға алдаған
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы 12 млн һумға алдаған

Өфөлә 13 миллион һумға яҡын суммаға мутлашыуҙа ғәйепләнгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020-2024 йылдарҙа Өфө полиция бүлегенең стажеры булып сығыш яһаған ҡатын граждандарға юридик хеҙмәттәр күрһәтергә, хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, машиналар һайлап алыуҙа һәм һатып алыуҙа ярҙам итергә тәҡдим иткән.

Шулай итеп, ул 12 зыян күреүсенән, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән 12 миллион һумдан ашыу аҡса ала.

Быға тиклем шундай уҡ енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән ҡатын, 2023 йылдың май-июнендә яза башҡарыу хеҙмәтенә килтерелгән зыянды ҡаплау иҫәбенә 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсереү тураһында ялған күсермәләр һәм түләү йөкләмәләрен тапшыра.

Ғәйепләнеүсе өлөшләтә үҙ ғәйебен таный. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 6 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй, шулай уҡ зыян суммаһын түләтә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас