Яңылыҡ
17 Июнь 2025, 05:41

"Был – Аллаһтың һынауы. Онкология былай ғына килеп сыҡмай. Тимәк мин..."

Фирдүс Тямаев үҙендә ауыр сир табылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

"Был – Алалаһтың һынауы. Онкология былай ғына килеп сыҡмай. Тимәк мин...""Был – Алалаһтың һынауы. Онкология былай ғына килеп сыҡмай. Тимәк мин..."
"Был – Алалаһтың һынауы. Онкология былай ғына килеп сыҡмай. Тимәк мин..."

Йырсы күңелен төшөрмәне, ул ауырыуҙы Аллаһы Тәғәләнең һынауы итеп ҡабул итте. Был турала ул “Күңел” радиоһында тура эфирҙа һөйләгән.

“Кеше сирләмәй тормай инде, тимер ҙә ватыла бит. Беҙ тыштан йылмайып, ялтырап торабыҙ, матур машиналарҙа йөрөйбөҙ. Әммә эшебеҙ иртән китеп , кис ҡайта торған түгел. Гастролдәрҙә иһә йоҡо ла юҡ. Гел стреста, гел нервыла... Концерттарҙа ла күп проблемалар тыуа. Унан тыш бит шәхси проблемалар ҙа бар. Мин, мәҫәлән, үҙем бик эмоциональ кеше.

Был – Аллаһтың һынауы. Онкология былай ғына килеп сыҡмай. Тимәк мин ҡайҙалыр дөрөҫ эшләмәгәнмен. Кемделер, бәлки, үпкәләткәнмендер. Әгәр кемделер рәнйеткән булһам, барыһы алдында әйтәм “Мине ғәфү итегеҙ!”

Аллаға шөкөр, “добракачественный” тигәс, ҡыуаныстан күҙҙән йәштәр сыҡты.

Бер-беребеҙгә үпкә тотмай, ярҙам итеп йәшәргә кәрәк. Бөтә нәмә үҙеңдән тора, шуға ла гел позитив булырға кәрәк!” – тигән популяр йырсы.  

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас