Яңылыҡ
18 Июнь 2025, 12:55

Ҡайһы бер пенсионерҙарға өҫтәмә түләү ҡаралған

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре ошо хаҡта аңлата.

Ҡайһы бер пенсионерҙарға өҫтәмә түләү ҡаралғанҠайһы бер пенсионерҙарға өҫтәмә түләү ҡаралған
Ҡайһы бер пенсионерҙарға өҫтәмә түләү ҡаралған

2025 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәмәнең күләме 2 226,93 һум тәшкил итә.

✅ Ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәп түләнгән аҡса ауыл халҡына түбәндәге өс шартты үтәгәндә бирелә:

- кәмендә 30 йыл ауыл стажы;
- түләүле эше булмаһа;
- ауыл ерендә йәшәгән осраҡта.

Ауыл стажына колхозда, совхозда йәки малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ өлкәһенә ҡараған башҡа ауыл хужалығы предприятиеһында эшләү осоро инә.

📝 Һөнәр Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә vk.cc/cdE94X тап килергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй вазифа биләүгә йәки һөнәр төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 1992 йылға тиклем ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү ваҡыты иҫәпкә алына.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас