Яңылыҡ
7 Июль 2025, 10:10

Яҡташыбыҙ, өс бала әсәһе гүзәллек бәйгеһендә ике ГРАН-ПРИ яуланы!

Донъяла, илебеҙҙә иң гүзәл ҡыҙҙар – Башҡортостандан, ә иң һылыу башҡорт ҡыҙҙары – Ейәнсуранан, Ейәнсура сибәрҙәре иһә Ҡужанаҡ ауылынан икән! Ошо арала үткән матурлыҡ бәйгеләре шуны раҫланы. Һәм йәнә бер Ҡужанаҡ ҡыҙы Айгөл Аблаева “Мисс Көнсығыш Европа – Рәсәй” һәм “Мисс Леди Совершенство” конкурстарының икеһендә лә 35 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ГРАН-ПРИ яуланы!

Бер еңеү ҙә осраҡлы бирелмәй. Был – Айгөлдөң был бала саҡтан тырышлығы, әүҙемлеге, спорт менән дуҫ булыуы һөҙөмтәһе. Йәш саҡтан уҡ үҙен төрлө бәйгеләрҙә һынарға тырыша. Мәҫәлән, ул “Ейәнсура һылыуҡайы – 2006” район конкурсында гран-при яулай. Ҡужанаҡ урта мәктәбен – көмөш миҙалға, Өфө иҡтисад һәм сервис академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.  

Ә шулай ҙа бөгөн суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығында эшләп йөрөгән, инде өс балаға әсәй булырға өлгөргән Айгөлдө был бәйгелә ҡатнашырға нимә этәрҙе икән һуң?

- Үҙемде республика кимәлендә һынап ҡарарға ғына теләгәйнем, – ти һылыуҡай.

Хыялдар тормошҡа аша. Хәҙер уны федераль кимәлдә һынау көтә – Өфөлә гран-при яулағанда бәйгенең Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй этабына саҡырыу ала.

- Һәр уңыш, әлбиттә, үҙең өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһе, – ти яҡташыбыҙ һәм үҙенең уңыш сере менән ихлас бүлешә. Уның тормош һынауы алдында баҙамауы, киреһенсә көс һәм сәм туплап, алға ынтылыуы бөгөн уңышһыҙлыҡ алдында ҡаушап ҡалған күп гүзәл заттарға өлгө булырҙай. Был хаҡта тулыраҡ “Ейәнсура таңдары” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас