

Бүләкләнеүселәр араһында Ейәнсура районынан да әсәләр булыу һөйөндөрҙө. Бына улар:
- Яңы Петровка ауылынан Анна Захарова;
- Трушин ауылынан Мәҙинә Ишмөхәмәтова;
- Яңы Павловка ауылынан Маргарита Шәрипова.
Уларға миҙалды 2025 йылдың 6 июнендә Ейәнсура районы Һабантуйында тапшырҙылар.
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләү – был йүнәлештә әсәлектең ҡиммәтен һыҙыҡ өҫтөнә алған һәм күп балалы әсәләрҙең Башҡортостан Республикаһы үҫешенә индергән өлөшөн таныған тағы бер аҙым.
Фото: ИА Башинформ.