Яңылыҡ
29 Июль 2025, 13:55

754 меңдән ашыу кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә

Дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың шәхси контролендә тотола.

754 меңдән ашыу кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә754 меңдән ашыу кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә
754 меңдән ашыу кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителә

«Льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү эше өҙлөкһөҙ алып барыла. Мин республикалағы хәлде контролдә тотам. Льготалы дарыуҙар алырға хоҡуҡлы 754 142 пациент – даими иғтибар үҙәгендә», — тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры.

Дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса штаб ултырыштарынан отчеттарға өҫтәп, пациенттарға дарыуҙар таратыу буйынса аҙналыҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашырға булдым, тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл июлдең һуңғы аҙнаһында дарыуханалар 52,5 меңдән ашыу рецепты хеҙмәтләндергән, дөйөм суммаһы 278,4 миллион һумлыҡ 106,9 мең дарыу бирелгән.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/med/2025-07-28/bash-ortostanda-754-me-d-n-ashyu-keshe-lgotaly-daryu-ar-men-n-t-min-itel-4329331

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас