Яңылыҡ
12 Сентябрь 2025, 16:05

Башҡортостанда тағы бер мәсет асылды

Туймазы районының Ярмунса ауылында мәсет асылды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин хәбәр итте.

Башҡортостанда тағы бер мәсет асылдыБашҡортостанда тағы бер мәсет асылды
Башҡортостанда тағы бер мәсет асылды

Иман йортон асыу тантанаһында ил мосолмандарының рухи лидеры, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Сафа улы Тажетдин ҡатнашты.

«Беҙҙең өсөн был – оло мәртәбә. Бөгөн беҙ мәсет асыу тантанаһына йыйылдыҡ. 287 йыллыҡ тарихы булған ауылда өсөнсө мәсет, — тип яҙҙы район башлығы. — Тәлғәт Тажетдиндың килеүе, уның фатихаһы һәм аҡыллы һүҙе ошо көнгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Ярмунса ауылындағы мәсет хаҡ динлеләрҙең күңелдәрен тынысландырыр урын булһын һәм ошонда изге эштәр башланғыс алһын».

Мәсет эшҡыуар-меценаттар Рифат Үтәшев, Риф Вафин һәм мәрхүм Тәүфиҡ Бәҙретдинов аҡсаһына төҙөлгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-11/v-bashkirii-otkrylas-esche-odna-mechet-4384540

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас