

Яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, "Павильон" рок төркөмө сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһына бөтә район халҡы менән әҙерләнгән сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Был юлы маршруты тағы ла оҙонораҡ буласаҡ. Озатып барыусы егеттәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға, яугирҙәргә тыуған яҡ күстәнәстәрен алып ҡыуанырға яҙһын.