Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
14 Ноябрь 2025, 13:02

Белем йортоноң директор һәм урынбаҫары енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

.

Белем йортоноң директор һәм урынбаҫары енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә
Белем йортоноң директор һәм урынбаҫары енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса тәфтиш бүлеге Өфө ҡалаһы гимназияларының береһенең директорына һәм уның урынбаҫарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты (РФ Енәйәт кодексының 285-се статьяһының 1-се өлөшө, 292-се статьяһының 2-се өлөшө).

Тәфтиш версияһы буйынса, 2023 йылдың февралендә директор менән яҡшы мөнәсәбәттә булған урынбаҫары, ялған килешеү төҙөп, ҡыҙын инглиз теле уҡытыусыһы вазифаһына "эшкә урынлаштыра". Директор бойороғо нигеҙендә ҡыҙ штатҡа алына, әммә эшләмәй. Ялған документтар нигеҙендә уға законһыҙ рәүештә 644 мең һумға яҡын эш хаҡы һәм социаль пособиелар түләнә.

Әлеге ваҡытта енәйәттең бөтә сәбәптәрен асыҡлауға һәм иҫбатлау базаһын нығытыуға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.

Автор:
Читайте нас