Иң юғары күрһәткестәр ун муниципалитетта: Миәкә һәм Бишбүләк райондарында (19,6), шулай уҡ Ауырғазы (19,5), Балтас (19,1), Борай (19), Ғафури (18,8), Йәрмәкәй (18,6), Стәрлебаш (18,4), Күгәрсен (18,3) һәм Архангел райондары (18,2).
Иң түбән үлем күрһәткесе иһә Өфө районында — 9,1, Өфөлә (10), Октябрьскийҙа (10,5), Нефтекамала (10,5), Стәрлетамаҡта (10,7), Бөрйән (11,1), Иглин (12,3) райондарында һәм Салауат ҡалаһында (12,4) теркәлгән.
Бынан алдараҡ Башинформ сабыйҙарҙың үлем осраҡтары аҙайыуы тураһында яҙғайны.
https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-11-24/v-bashkirii-smertnost-sokratilas-na-15-4478652